Башҡорт бейеүе сит ил тамашасыһы күңелен арбаны. Йәш артист Карина Колпакова Төркиәлә «Мәҙәниәт байрамы» халыҡ-ара фестивалендә республика исеменән сығыш яһаны. Анкара менән Токатта ул «Бәхет ҡошо-Һомай» һәм «Бишбармаҡ» бейеүҙәрен башҡарҙы.
Хореография колледжы студентының сит илдәге ҡаҙанышы-тынғыһыҙ хеҙмәт һөҙөмтәһе. Был яҡташыбыҙ яулаған еңеүҙәрҙең дауамы. Сөнки Карина быға тиклем дә үҙенең остазы Йәмилә Бикбаева менән башҡорт мәктәбен юғары кимәлгә күтәргән. Ул Санкт-Петербургта, Чечен Республикаһында һәм Үзбәкстанда ойошторолған халыҡ-ара конкурстарҙа ҡатнашып, Гран-приға лайыҡ булған. Төркиә тамашасыһы ла башҡорт бейеүҙәрен көслө алҡыштар менән оҙатып ҡалған. Ойоштороусылар башҡарыусыларҙы рәхмәт хаттары менән бүләкләгән.