Республикала һыу баҫыу осраҡтары булыуы ихтимал

 Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ямғырҙарға бәйле, 16-20 июлдә йылғаларҙың ярҙан сығыуы, түбән урындарҙы һыу баҫыуы ихтимал. “Әгәр һыу баҫыу хәүефе  янаған ерҙә йәшәһәгеҙ, ҡиммәтле әйберҙәрҙе, документтарҙы һәм аҙыҡ-түлек запастарын өҫкө ҡатҡа йәки бейегерәк урынға күсереп ҡуйығыҙ. Тышта йөрөгәндә ҡоймаларҙы һәм ағастарҙы урап үтегеҙ, өҙөлгән электр сымдарына яҡын килмәгеҙ. Һаҡ булығыҙ!” — тип иҫкәртәләр  ведомствола.