Эштәр “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты буйынса финансланған. Уның барышында ауылдар янында үткәүелдәр, йәйәүлеләр юлы төҙөкләндерелгән, юл билдәләре ҡуйылған. Миәшәгәр-Торналы – Мөрсәлим трассаһы 2023 йылда “үтә насар” юлдар программаһына индерелде. Властарға Салауат районы өсөн мөһим булған трассаның торошона күп ялыуҙар килә, урындағы карьерҙан ҡырсынташ ташыған ҙур йөк машиналары юлға зыян килтерә.