Бөгөнгә 5 мең 600 гектарҙан ашыу майҙан агротехник яҡтан эшкәртелгән- ҡый үләне сабылған, тупраҡты йомшартыу, үҫентеләрҙе ҡоротҡостарҙан һәм ауырыуҙарҙан һаҡлау буйынса эштәр башҡарылған. “Иң мөһиме һәм күп көс талап иткән нәмә - йәш үҫентеләргә нығынырға ярҙам итеү. “Урмандарҙы һаҡлау” милли проекты барышында төп бурыс - ҡырҡылған майҙандарҙы тергеҙеүҙән тыш, киләсәк быуындарға хеҙмәт итәсәк урман үҫтереү”, - тип белдерә Урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов.