Илсе ауылында көслө ел өс йорт ҡыйығын алып осорған. Шулай уҡ ихаталарға, ҡураларға зыян килгән. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, социаль һәм мәҙәни объекттар ғәҙәти тәртиптә эшләй.