Эшселәргә һуңғы ҡаттарҙы төҙөргә ҡала. Бер үк ваҡытта биләмәне төҙөкләндереү, эске биҙәү этабы башланған. Төҙөлөш гграфигына ярашлы, кампустың икенсе сиратын йыл аҙағына ҡарай асыу күҙаллана. Әле дөйөм әҙерлек-70 проценттан ашыу тирәһе. «Йәштәр һәм балалар» милли проекты буйынса төҙөлгән объект тураһында тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.
«Альфа» тип исемләнгән иң бейек башяла Рәсәй флагы елберҙәй. Был бында төҙөлөш тамамланған тигәнде күрһәтә. Тап «Альфа»нан вуз-ара студенттар кампусының икенсе сираты төҙөлә башлай. Проект үҙе ҡурай сәскәһен хәтерләтә, уның һуңғы «тажын» төҙөү тамамланыу алдында.
Циолковский, Вернадский, Пифагор, Аристотель һәм башҡалары. Һәр башня бөтә донъяға билдәле ғалимдарҙың исемен йөрөтә, шуға күрә эске дизайн да үҙенең стилистикаһы, зоналары һәм төҫтәре менән айырылып торасаҡ.
Өфө вуз-ара кампус биләмәһендә 4 меңгә яҡын студент йәшәйәсәк. Бүлмәләр ике, өс һәм дүрт урынлыҡ буласаҡ. Ятаҡтарҙы киләһе йыл асылыр тип күҙаллана. Уҡыу һәм йәшәү өсөн барлыҡ уңайлыҡтар булдырыла: коворкинг, китапхана, кафе һәм спорт залы кеүек уртаҡ зоналар ҙа ҡаралған. Бынан тыш, балалар баҡсаһы эшләйәсәк.
Кампустың фәнни-белем биреү өлөшө-IQ-парк 2 йыл элек эшләй башлағайны, былтыр Геном үҙәге үҙ ишектәрен асты. Тулы ҡеүәттә эш башлау Башҡортостандың фән үҫешенә яңы һулыш бирер һәм яңы исемлдәр асыр тип көтөлә.
Әлфинә Килдейәрова