«Тереһыу» Аҡъюл ауылында аға. Хәйбулла районында ошо исем аҫтында үткән экологик конкурсҡа йомғаҡ яһалды. Йылға, һыу ятҡылыҡтары ярҙарын төҙөкләндереү буйынса уҙғарылған сарала Аҡъюл ауылы халҡы еңеп сығып 100 мең һумлыҡ бүләккэ лайыҡ булды. Конкурста ҡатнашыусы башҡа ауылдар ҙа төрлө күләмдә аҡсалата приздар яуланы.
Эскән һыуыңа төкөрмә, һыу-тәбиғәттең иң ҡиммәтле байлығы. Аҡъюл ауылы халҡы йәшәү сығанағына мөнәсәбәтте бәләкәйҙән үк тәрбиәләй. «Тереһыу» конкурсына ла өлкәндәр үҙҙәре менән балаларҙы алып сыҡҡан. Киләсәк быуын һыуҙан башҡа йәшәү юҡлығын белеп үҫергә тейеш, ти улар.
Йылайыр йылғаһы Аҡъюл ауылы халҡы өсөн ысын мәғәнәһендә тереһыу. Хәйбулланың таулы-урманлы төбәгендә, хозур тәбиғәтле ерендә урынлашһа ла, йылға кеше иғтибарына мохтаж. Экологик конкурста ҡатнашыусы ауыл халҡы ярҙарҙы ҡолаған ағастарҙан, ағып килгән сүп-сарҙан таҙартты.
Йылғаның үрендәрәк урынлашҡан Ураҙбай ауылы халҡы яр буйында ял итеү урыны ла төҙөнө. Беседка ҡороуға урындағы халыҡ, ситтә йәшәүсе яҡташтар ҙа үҙ өлөшөн индергән. Йыһазландырылған ерҙә тәртип тә буласаҡ, ти ауыл халҡы.
Ике ай дауамында барған «Тереһыу» экологик конкурсҡа райондың тиҫтәләп ауылынан ике меңгә яҡын кеше ҡатнашҡан. Айырыуса әүҙем ауылдар 10 мең һумлыҡ дәртләндереү сертификаттары менән билдәләнде. Урын алыусы ауыл биләмәләре 50, 60, 70 мең һумлыҡ бүләк отто. Гран приға лайыҡ булыусы Аҡъюл ауылына 100 мең һумлыҡ сертификат тапшырылды. Ә иң мөһиме, йылға буйҙары таҙарынып ҡалды, ти ойоштороусылар. Сөнки йәшәү сығанағы булған һыу бер ниндәй ҙә аҡсалар менән баһаланмай.