Уларҙы 270 меңдән ашыу бала ял иткән, тип белдерҙе беренсе вице-премьер Урал Килсенбаев. - Программалар һәр баланы ылыҡтырырлыҡ итеп әҙерләнгән - профилле сменалар, ижади лабораториялар эшләй, спорт ярыштары уҙғарыла. Быйыл Башҡортостанда Донецк һәм Луганск республикаларынан 600 бала ял итә. Айырыуса иғтибар яугирҙар балаларына бирелә. - 3 меңдән ашыу бала өсөн бушлай профилле сменалар ойошторола.