Кушнаренко районы Иҫке Ғүмәр ауылында өлкән йәштәгеләр һәм инвалидтар өсөн шәхси пансионат асыла

Ул 70 урынға иҫәпләнә. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты  социаль яҡлау  министры Ольга Кабанова белдереүенсә,  әле  республикала концессия килешеүҙәре нигеҙендә асылған 5 шәхси пансионат бар. 60-тан ашыу кешегә эш урыны асылған. Алтынсы пансионат Иҫке  Ғүмәр ауылында  төҙөлә, бында  28  хеҙмәт урыны булдырыла.