Башҡортостанда өс яңы инвестиция проекты хупланды

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров үткәргән инвестсәғәт ултырышында өс яңы проект хупланды. Ул Өфө районында ауыл хужалығы техникалары өсөн запас өлөштәр етештереү буйынса цех, шулай уҡ заманса ҡунаҡхана төҙөүҙе күҙ уңында тота. Баш ҡалала Ағиҙел яры буйында ял базаһы барлыҡҡа киләсәк. Инвестицияның дөйөм күләме 550 миллион һумдан аша. Барлыҡ проекттарға ла һалым льготалары менән өҫтөнлөклө статус бирелә. Объекттарҙы һәм етештереүҙе 2028-2029 йылдарға файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла. Был илленән ашыу кешегә яңы эш урыны булдырыу мөмкинлеген бирә.