Радий Хәбиров бөгөн эш барышы менән танышты. Йәмәғәт биләмәһе «Йәшәү өсөн инфраструктура» милли проектының «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» программаһы буйынса яңыртыла. Әлеге ваҡытта төҙөүселәр гранит баҫҡыстарҙы реставрациялаған, амфитеатр монтажланған һәм ике фонтан урынлаштырылған. Шулай уҡ кафе бинаһы төҙөлә, инженер селтәрҙәре үткәрелә һәм таш түшәлә. Парк мәҙәни мираҫ объекты статусында булғанлыҡтан, эш айырыуса контролдә тотола. Реконструкция графикҡа ярашлы бара. Яңыртылғандан һуң был киңлек ҡала халҡының ялы өсөн тағы ла уңайлыраҡ буласаҡ.