Республиканың баш ҡалаһында заправкаларға сират кәмегән

Был турала яғыулыҡ баҙарындағы проблемаларға арналған брифингта билдәле булды. Шуға ҡарамаҫтан, төбәктең Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры урынбаҫары Олег Тыщенко белдереүенсә, ҡайһы бер райондарҙа хәл ҡатмарлы ҡала. Яғыулыҡҡа бәйле мәсьәләләр өҫтөнлөклө тәртиптә хәл ителә. Әле яғыулыҡ райондарға килтерелә. Иглин районында транспорт ағымы көслө булыуға бәйле, хәл көсөргәнешле. Район биләмәләре аша көн һайын күп транзит машиналар үтә, 20 меңләп кеше Өфөгә эшкә барып ҡайта. Сират мәсьәләһе тыуа. Балтас районында яғыулыҡтың бөтә төрҙәре лә бар, Белоретҡа дизель яғыулығы бөгөн төндә килтерелер тип көтәләр, Стәрлтеамаҡта иһә эшләүсе АЗСтар һаны кәмегән.

Йәмәғәт транспортына килгәндә, «Башавтотранс» директоры Надир Сәмиев белдереүенсә, автобустар яғыулыҡ менән штатлы режимда тәьмин ителгән. Һәр ҡалала үҙҙәренең яғыулыҡ килтереүсеһе билдәләнгән.