Илдең 9 төбәгенән йыйылған белгестәр йәштәр һәм балалар араһында деструктив контентҡа көрәш мәсьәләләре буйынса фекер алышты. Хәүефһеҙ интернет лигаһы мәғлүмәтенә ярашлы мәктәп уҡыусыларының 89 проценты социаль селтәрҙәрҙә еңел аҡса эшләү теләге менән мутлашыусыларға эләгә, экстремист ойошмалар эшмәкәрлегенә, наркотиктар ҡулланырға йәлеп ителә. Шуға ла хәүефле мәғлүмәтте кисектереү өсөн төрлө ведомстволар тарафынан профилактика эше алып барыла. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Миһранова яҙмаһында.
Интернетта мутлашыусылар һәм экстремистар йоғонтоһона эләгеп енәйәт эше башҡарыусылар араһында үҫмерҙәр байтаҡ. Балаларҙы террорға,нацизмға, наркомания, еңел аҡса эшләүгә йәлеп итеүселәр менән көрәш тәү сиратта деструктив мәғлүмәтте иҫкәртеү, хәүефле контентты кисектереүҙән башлана. Башҡортостанда Рәсәй Йәмәғәт палатаһы советы президиумында белгестәр тәжрибә уртаҡлашты, һөҙөмтәле эш алып барыу юлдарын барланы.
Совет ултырышында хоҡуҡ һаҡсылары, психологтар, социаль хеҙмәткәрҙәр, мәғариф учреждениалары етәкселәре ҡатнашты. Эксперттар исемлеге киң булыуға ҡарамаҫтан эштең һөҙөмтәлелелеге тәү сиратта ғаиләләге тәрбиәгә ҡайтып ҡала тип белдерҙе.
Рәсәй төбәктәре Йәмәғәт палатаһы ағзаларының эше күсмә форматта дауам итте. Шишмә районы Турахан визит үҙәгендә совет ағзалалары деструктив контентты сикләүҙә иң яҡшы тәжрибәләләр менән уртаҡлашты. Балаларҙы гуманитар эшкә, ижадҡа, иһөйәрлек сараларына йәлеп итеү проекттары иғтибар үҙәгендә булды. Сараны ойоштороу төбәге осраҡлы һайланмаған. Башҡортостан балалар һәм үҫмерҙәр араһында илһөйәрлек тәрбиәһе алып барыу, традицион ҡиммәттәрҙе үҫтереүҙә алдынғы республика иҫәпләнә.
Флорида Миһранова