Бөтәһе лә Еңеү өсөн! Алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға полиция хеҙмәте ассоциацияһы ирекмәндәре сираттағы гуманитар ярҙам туплаған.
Был юлы адреслы посылкалар,маскировка селтәрҙәре, дронға ҡаршы япмалар, автомобиль өсөн май, асҡыстар һәм башҡа кәрәк-яраҡтар, оҙаҡ һаҡлана торған аҙыҡ-түлек тейәлгән. Ылау һалдаттар үтенесе буйынса тупланған. Блиндаждарҙы нығытыу өсөн бүрәнә һәм таҡталар Туймазынан килтерелгән. Тағы ла бер фура Стәрлетамаҡта әҙерләнә. Альфред Сафин етәкселегендәге ирекмәндәр төркөмө дүрт йыл дауамында аҙна һайын тиерлек алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға ярҙам ҡулы һуҙа. Фронт менән тыл бер тулҡында булғанда, Еңеүгә ышаныс тағы ла көсәйә.