Өфөлә бәлиғ булмағандар араһында авто һәм мототранспорт менән идара итеүселәрҙе туҡтатыуға йүнәлтелгән иҫкәртеү рейды үтте. Йыл башынан ғына төбәктә рулгә ултырған үҫмерҙәр ҡатнашлығында 21 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, һәләк булғандар ҙа бар. Теманың дауамы Гүзәл Борханова яҙмаһында.
Бер-нисә минут элек был мотоциклдың хужаһы Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәренән ҡасырға маташып ҙур тиҙлектә елдергән. Ә хәҙер инде үҙенең был ҡылығы хаҡында юл хәүефһеҙлеге һағында тороусыларҙың машинаһында аңлатма бирә. Әйткәндәй, мотоциклда тиҙлек арттырырға яратыусы егет йәйге каникулдарҙа өләсәһендә ял итә.
Ата-әсәләр һәм туғандар бүләк иткән бүләктең, ғүмергә ҡурҡыныс янаған бәләгә әүерелеүе генә үкенесле. Ҡы.ғанысҡа күрә, скутерҙар, мопедтар, питбайктар һәм хатта иҫке еңел автомобилдәр үҫмерҙәр араһында бик популяр.
Йыл башынан алып республика юлдарында мотоцикл, мопед, питбайк руле артында 21 үҫмер ҡатнашлығында йөҙҙән ашыу юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Уларҙа баланың ғүмере өҙөлгән.
Юлдарҙа балалар һәм үҫмерҙәр ҡатнашлығында аварияларҙы иҫкәртеү аҡсатында аҙна һайын рейдтар уҙғарыла.
Рейдтарҙа байкерҙар үҙҙәре лә ҡатнаша. Улар инде мотоцикл руле артында үҙеңде нисек тоторға ккәрәклеге хаҡында бик яҡшы белә.. Марсель Шәрифуллин 16 йәшенән ике тәгәрмәсле транспорт менән идараитеү хоҡуғын ала. Юлдарҙа ул йыш ҡына питбайктарҙа ҙур тиҙлектә елдрегән балаларҙы осрата. Ҙур тиҙлектең эҙемтәләре үлемесле тамамланыуы хаҡында йәш-елкесәккә ныҡлап аңлатырға ынтыла.Ата-әсәләрҙең дә балаларына ҡарата уяу булыуҙарын үтенә.
Мотоцикл менән идара иткәндә хәүефһеҙлек нигеҙе юлдағы тәртип менән билдәләнә. Иң мөһим фактор- төҙөк техника. Ул авария хәүефен кәметә, ә шлем закон талабы ғына түгел, ә реаль яҡланыу һәм һаҡлыҡ сараһы. Хәүефһеҙ тиҙлек һәм дистанция реакцияға ваҡыт бирә.
Гүзәл Борханова