Урал Солтанов исемендәге Халыҡ-ара аэрокосмос мәктәбе үҙенең 15 йыллығын билдәләй. Ошо уңайҙан Дәүләкән районына Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән һәләтле балалар йыйылған. Улар алдында ғалимдар, юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары, предприятие етәкселәре, летчиктар һәм башҡа ҡунаҡтар сығыш яһай. Был юлы Рәсәй Геройы, космонавт Сергей Ревин йәш физиктар һәм математиктар менән осрашты. Халыҡ-ара аэрокосмос мәктәбенең юбилейы айҡанлы биләмәлә кедр үҫентеһе ултыртылды. Был ағас осраҡлы һайланмаған. Юрий Гагарин тәүге йыһан миссияһына «Кедр» ҡушаматы аҫтында сыға. Шулай уҡ Сергей Ревин летчик-космонавт Владимир Комаров иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асыу сараһында ҡатнашты.