Рәсәйҙә «Өфө» тип аталған помело барлыҡҡа килеүе ихтимал. Өфө лимонарийы баш ҡаланың тыуған көнөнә яңы сорт тәҡдим иткән. Әле Федераль техник күҙәтеү һәм метрология хеҙмәтенә «Өфө» сортын теркәү тураһында ғариза ебәрелгән. Урман техникумының уҡытыу-тәжрибә хужалығы белгестәре помелоның уңдырышлылығын күҙәтә, емештең сифатын, башҡа сорттарҙан айырмаһын баһалай. Яңы төр эре емеше, хуш еҫе менән иғтибарҙы йәлеп итә, ти улар. Бер үк ваҡытта помело арттырыла, яңы сорт буш майҙандарға ултыртыла.
Өфө лимонарийы Рәсәйҙең урта һыҙатында ябыҡ грунттағы берҙән-бер тәжрибә майҙансығы. 35 йыл эшләү дәүерендә учреждение һирәк үҫемлектәр үҫтереү буйынса ғына түгел, фән, белем биреү йүнәлешендә лә һөҙөмтәле эш алып бара. Рәсәй селекция ҡаҙаныштарының дәүләт реестрына Башҡортостан белгестәре сығарған цитрустарҙың 5 сорты индерелгән һәм раҫланған. Улар- «Салауат», «Урман», «Ләйсән» лимондары һәм «Зилә», «Уралтау» цитрус емештәре.