Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусиндың тыуыуына бөгөн 95 йыл

 Әҙип Ишембай районы Ҡолғона ауылында донъяға килгән. Ноғман Мусин хеҙмәт юлын уҡытыусы булараҡ башлай, һуңынан республика матбуғатында эшләй, повестар, романдар ижад итә, мәҡәләләр яҙа. Яҙыусы әҫәрҙәрендә тәбиғәтте ҡурсалау, урманды һаҡлау темаларын күтәреп сыға. “Ноғман Мусин һуңғы һулышына тиклем халыҡ рухы һағында торҙо”, - ти Милли әҙәбиәт музейы директоры Зәки Әлибаев.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

 “Ноғман Мусин беҙҙе әҙәбиәткә тоғро булырға өйрәтте. Үҙе яҡшы өлгө күрһәтте”, - ти Башҡортостан яҙыусылар союзы рәйесе  Айгиз Баймөхәмәтов.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Бөгөн     20 сәғәт 15 минутта беҙҙең тулҡындарҙа  Ноғман Мусиндың “Мәңгелек урман” романынан өҙөк тәкдим ителә. Әҫәрҙе  Сара Буранбаева уҡый.