Башҡортостанда хәрби хәрәкәттәр ветерандарына бушлай парковкалар бирелә

Ветерандар ассоциацияһынан хәбәр итеүҙәренсә. ярҙам сараһынан файҙаланыу өсөн транспортты  махсус электрон реестрына индерергә кәрәк. Бының өсөн ғариза яҙыу, шулай уҡ паспорт, транспортты теркәү тураһында таныҡлыҡ һәм хәрби хәрәкәттәр ветераны танытмаһы талап ителә. Документтарҙы күп функциялы үҙәк офисында йәки Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша тапшырырға мөмкин. Ғариза бер транспортҡа ғына бирелә. Документтарҙы вәкил тапшыра икән, уның шәхесен һәм вәкәләттәрен раҫлаған документтар кәрәк. Хеҙмәт ун эш көнө эсендә күрһәтелә.