Хәрбигә награданы Рәсәй оборона министры Андрей Белоусов тапшырҙы. "Риа" сығышы менән Әбйәлил районынан, Сермән балалар йортонда тәрбиәләнгән. 2024 йылда Оборона министрлығы менән килешеү төҙөй. Яҡташыбыҙ алғы һыҙыҡта өс тапҡыр яралана. Шуға ҡарамаҫтан, хәрби бурысын намыҫ менән үтәүен дауам итә.