Өфөлә вуз-ара студенттар кампусының ете корпусын төҙөү тамамланды

Был турала социаль селтәрҙә Республика Башлығы Радий Хәбиров белдерә.  “Кампус Өфөнөң тағы бер символы була – Ҡурай сәскәһе рәүешендәге үҙенсәлекле архитектура биналары төрлө урындарҙан бик яҡшы күренә. Төҙөүселәр ҡыйыҡ эштәрен тамамлай, фасадтарҙы монтажлау, инженер системаларын ҡороу, эске биҙәү һәм биләмәне төҙөкләндереүгә тотона. Көн һайын майҙансыҡта меңдән ашыу кеше эшләй. Масштабы һоҡландыра-бейеклеге 11-30 ҡатлы, 100 мең квадрат метрлыҡ ете корпус. Унда  4 меңдән ашыу студент йәшәйәсәк. Беҙ студенттар һәм йәш ғалимдарҙың гармониялы үҫеше өсөн заманса мөхит - фәнни  белем биреү киңлектәре, берлектәге эш өсөн майҙансыҡтар, спорт блогы, китапхана, кафе һәм ата-әсә булғандар өсөн балалар баҡсаһы булдырабыҙ. Проектты башлағанда, уны идара итеү командаһы өсөн ысын һынау тип ҡабул иттек. Хәҙер күп нәмә хәл ителде тип әйтергә була. Бында йәшәргә, белем алырға барлыҡ шарттар тыуҙырыла, Башҡортостаныбыҙҙың киләсәге -балалар өсөн ғорурлыҡ һәм шатлыҡ хисе уята”-, тип яҙған Радий Хәбиров.