Был турала Республика буйынса Эске эштәр министрлығы коллегияһында белдерелде. Үлтереү, кешенең сәләмәтлегенә ауыр зыян килтереү, урлашыу, талау осраҡтары аҙыраҡ теркәлгән. Ярты йылда 12 мең енәйәт асылған. Тәртип боҙоу осраҡтарының күбеһе урлашыу һәм мутлашыуға бәйле.