Заманса производство. Башҡортостанда автомобиль двигателдәрен һәм сәнәғәт ҡоролмаларын етештереүсе завод майҙанын киңәйтеү күҙаллана. Өҫтөнлөклө инвестиция проектына ярашлы, «Технопром» заводы Өфөнөң Дим биҫтәһендә төҙөлә. Заманса проект производство ҡеүәтен арттырырға, яңы эш урындары булдырырға мөмкинлек бирә. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Миһранова яҙмаһында.
Яуаплы һәм теүәл ярҙамсы. «Технопром» заводында етештерелгән роботтар сәнәғәт тармағында төрлө йүнәлештәрҙә файҙаланыла. Ҡеүәтле роботтар детальдәрҙе ҡаптарға һалырға, техниканы урынынан күсерергә ғөмүмән кеше ҡулдарын алмаштырырға ярҙам итә. Ҡоролмаларҙың бер өлөшө автомобиль двигателдәрен шымартырға, электроника деталдәрен етештереү өсөн ҡаралған. Предприятие тауарҙары Рәсәйҙә генә түгел, башҡа илдәрҙә лә ҙур һорау менән файҙалана.
Роботтар, автомобиль двигателдәре өсөн ҡорамаларҙан тыш бында ҙур производстволарҙа елемде тигеҙләп һалыу, мебель деталдәрен ялғау өсөн продукция етештерелә.
Заманса станоктар заводы майҙанын киңәйтеү өҫтөнлөклө инвестиция проекты исемлегендә. Республика ярҙамы менән Дим биҫтәһендә предприятиеның яңы заводы төҙөлә башлаған.
Яңы завод төҙөлөшөндә Башҡортостан башлығы ярҙамы ҙур. Инвестиция сәғәтендә ҡаралған проект буйынса эшҡыуарҙарға Дим биҫтәһендә ер майҙаны ҡуртымға бушлай бирелгән. 10 мең квадрат метрға иҫәпләнгән яңы заводта етештерелгән продукция күләмен бер нисә тапҡыр арттырыу мөмкинлеге бар. Рәсәйҙә яһалған станоктар сифат буйынса сит ил тауарҙарынан да яҡшыраҡ ти белгестәр. Ә иң мөһиме, предприятиела 50 кешегә яңы эш урыны булдырыла.
Флорида Миһранова