Башҡортостандың янғын инспекторҙары яңы хеҙмәт автомобилдәре алды

Өфөлә Дәүләт янғын күҙәтеү органдары вәкилдәренә һөнәри байрамдары уңайынан биш «Нива Тревл» автомобиле асҡыстары тапшырылды. Машиналар инспекторҙар өсөн тәғәйенләнгән-улар яңғындарҙы тикшергәндә, күҙәтеү саралары һәм рейдтар үткәргәндә файҙаланыласаҡ. Асҡыстар Учалы, Салауат, Туймазы, Ауырғазы һәм Дыуан райондарында эшләп килгән район-ара бүлек етәкселәренә тапшырылды. Тантана барышында Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Владимир Горин шәхси составты яҡынлашып килгән Дәүләт янғын күҙәтеү органдары көнө менән ҡотланы. Шулай уҡ хеҙмәткәрҙәргә миҙалдар, махсус дәрәжәләр бирелде.