Өфө районында «Ватан һаҡсылары» паркы барлыҡҡа киләсәк

Йәмәғәт урынының идеяһы-Советтар Союзы, Рәсәй геройҙарына дан йырлау, ял итеү өсөн мөһим урын булыр тип көтөлә. Шулай уҡ башҡорт топонимикаһы, республика тәбиғәтенә хас булған ағастар ултыртыуға ҙур урын бүленә. Ошонда уҡ Рәсәй биләмәһендә һирәк осраған үҫентеләрҙе лә күрергә мөмкин буласаҡ. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.

Пирамида формаһында үҫкән тирәк. Рәсәйҙә уны, башлыса, шәхси ихаталарҙа ғына осратырға мөмкин. Был ағас Өфө районында нигеҙ һалынған паркка ултыртылған тәүге үҫентеләрҙең береһе. Зубов ауылы эргәһендәге биләмәлә төҙөлөш ике йыл элек башлана. 5 гектар майҙанда 400 төр ағас ултыртыу, һәр береһенең йәшәү урыны тураһында мәғлүмәт яҙыу планлаштырылған. Бынан тыш, йәмәғәт урынында Бөйөк Ватан һуғышы геройҙары, Еңеүгә үҙ өлөшөн индергән яҡташтарыбыҙ тураһында мәғлүмәт тәҡдим ителәсәк.

Тәү сиратта был биләмәне балалар дендропаркы кеүек төҙөй башлағайныҡ. Һуңынан, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары тәҡдиме менән йәмәғәт урынына «Ватан һаҡсылары» исеме бирергә булдыҡ. Парк тулыһынса бағыусылар ярҙамы менән төҙөлә, әммә унда инеү барыһы өсөн дә бушлай буласаҡ.

Эдуард Рамаҙанов, парк төҙөлөшө етәксеһе

Йәмәғәт урынының иң үҙенсәлекле үҫентеһе-Секвойя ағасы буласаҡ. Рәсәйҙә улар бер нисә дендропаркта ғына үҫә. Ҡышҡыһын ағас махсус көмбәҙ аҫтына ҡуйылһа, йәйгеһен ял итеүселәрҙе ылыҫлы еҫе менән ҡыуандырасаҡ. Шулай уҡ паркка ингән урында ял итеүселәрҙе республикала үҫкән емешле ағастар ҡаршы аласаҡ.

Республикала төҙөлгән яңы мәктәп, балалар баҡсалары биләмәләрендә, йәмәғәт урындарында ултыртылған ағас, ҡыуаҡлыҡ һәм сәскәләр тап уларҙа үҫтерелгән. Буласаҡ «Ватан һаҡсылары» паркы өсөн үҫентеләр эргәләге питомникта үрсетелә.

Парк өсөн ағас үҫтереү өсөн үҙебеҙҙең питомникты үҙгәртеп ҡорҙоҡ. Өфө һәм Иглин райондарында барлығы дүрт урында төрлө ағас үҫентеләре, ҡыуаҡлыҡтар, сәскәләр үрсетәбеҙ. Эш тәжрибәбеҙ бай, буласаҡ паркты ла үҫентеләр менән тәьмин итеп торасаҡбыҙ.

Александр Селезнев, питомник етәксеһе

Башҡортостанда бөтөнләй осрамаған, йәки һирәк үҫкән ағас үҫентеләрен Алыҫ Көнсығыштан һәм Карелиянан алып килеү ҡаралған. Әлеге ваҡытта биләмәлә һуҡмаҡтар һалына, яҡтыртыу ҡоролмалары өсөн урын әҙерләнә. Шулай уҡ электр линияларын күсереү ҡаралған. «Ватан һаҡсылары» паркы 2028 йылда асылыр тип көтөлә.

Әлфинә Килдейәрова