Бүздәк ауылында Ҡаңны ырыуының 5-се йыйыны үтте

Район үҙәгендәге төп майҙанда берҙәмлек сағылышы булған ырыу ташы асылды. Быуындар бәйләнешен нығытҡан, мөһим ҡарарҙар ҡабул иткән берҙәмлек һәм дуҫлыҡ сараһы хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажы.

Бүздәк районы боронғо һәм көслө ырыуҙарҙың береһе ҡаңныларҙы берләштереүсе изге ер. Ысынлап та, ырыуҙаштар йыйыны Башҡортостандың халыҡ шағиры Факиһа Туғыҙбаеваның яҙғанса ҡаңныларҙың ишектәре бикһеҙ, күңелдәре асыҡ булыуын раҫланы. Рухиәтте нығытҡан, ырыуҙаштарҙы берләштергән сараға Башҡортостандың Дүртөйлө, Мишкә, Дәүләкән, Бәләбәй, Благовар, Кушнаренко райондарынан, Рәсәй төбәктәренән делегаттар йыйылды.Ҡаңны ырыуының нәҫел ташын асыу ата-бабалар рухына хөрмәт һәм ихтирам билдәһе. Был ташта ҡаңныларҙың иң аҫыл ир-азаматарының исем-шәрифтәре мәңгеләштерелгән

Ҡаңнылар 49 башҡорт ырыуы араһында лайыҡлы урын алып тора. Улар монголдар яуына ныҡлы ҡаршылыҡ күрһәтеүселәр ҙә. Яуҙар тынғас, көнбайыш Башҡортостанда төпләнгән, ти тарихсылар. Район үҙәге. Бүздәк ауылындағы был тарихи таҡтаташ- республикала.тәүгеләрҙән булып ҡуйылған нәҫел ташы-дуҫлыҡ һәм берҙәмлекте нығытыусы урын буласаҡ. Ҡаңны ырыуы йыйынын ойоштороу комитеты рәйесе, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры Артур Аллаҡаев нәҫел ташын булдырыуға тос өлөш индереүсе шәхес.

Ҡаңнылар Хорезм-шахтары дәүерендә абруйлы дәүләт һәм хәрби дәрәжәләрҙе биләгән. Һуңынан монголдарға ҡаршылыҡ күрһәткән, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында илебеҙҙе фашистарҙан һаҡлаған. Әлеге ваҡытта махсус хәрби операцияла алғы һыҙыҡта Рәсәй мәнфәғәттәрен яҡлай.

Артур Алаҡаев, Ҡаңны ырыуы йыйынын ойоштороу комитеты рәйесе, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры

Ырыуҙаштар таҡтаташта мәңгеләштерелгән ата-бабаларының исемдәрен уҡып айырым ғоруулыҡ тойғолары кисерҙе. Илһөйәрлек сараһында ҡатнашҡан Рәсәй Геройы Денис Чернавин да тарихи хәтерҙе быуындан-быуынға еткереүселәр менән һоҡланыуын белдерҙе.

Ҡаңныларҙың тарихи хәтерҙе һаҡлап, быуындан-быуынға күсереүҙәре өсөн ҡыуандым, был яҡшы өлгө. Уларҙа быуаттар төпкөләнән килгән илһөйәрлек һәм рух етәрлек. Ир-геттәргә көс, ә ҡатын-ҡыҙҙарға күркәм сабырлыҡ теләйем. Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ.

Денис Чернавин Рәсәй Геройы

Мөнирә Фәхретдинова Ҡаңны-Төркәй ауылынан Йәнбирҙиндар шәжәрәеһен төҙөүсе.Данлыҡлы уҡытыусы ырыуҙаштарын өйрәнеү өсөн архивтарҙа эҙләнгән, быуындан-быуынға тапшырыла барған мәғлүмәтте туплаған. Ысынлап та, ҡаңныларҙың шәжәрәләре һоҡланырлыҡ. Бабич, Муллайәндәр рухы ҡайтарылған шәжәрәләр менән район мәҙәниәт йорто фойеһында танышырға мөмкин ине.

Ҡаңны ырыуы делегаттары сьезданда иһә телде һаҡлау, тарихи хәтерҙе, берҙәмлекте көсәйтеү, шхестәрҙең исемдәрен мәңгеләштереү хаҡында мөһим ҡарарҙар ҡабул итте.

Башҡорт телен үҫтереүселәр, ҡаңны ырыуы йәмәғәт хәрәкәтендә әүҙем ҡатнашыусылар һәм милләт-ара дуҫлыҡҡа ныҡлы күпер һалыусылар тыпышлығы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының рәхмәт хаттары менән баһаланды.

Бишенсе тапҡыр ойоштороған йыйын үҙ маҡсатына иреште.Сарала шәжәрә, нәҫел-тамырҙарҙы барлап, туғандар һәм ырыуҙаштар араһында берҙәмлеккә, таыулыҡҡа нигеҙ һалды. Ҡаңнылар нәҫел йыльяҙмаһындағы мөһим ваҡиғаларға таянып артабан да киләсәк быуындарға тарихи хәтерҙе тапшырасаҡ.

Ҡаңны ырыуы йыйында тантаналы шарттарҙа нәҫел ташы-берҙәмлек символы асылды.

Республика район ҡалалары, Рәсәй төбәктәрендә йәшәгән данлыҡлы ырыуҙаштар артабан да берҙәм, рухлы булырға, тыуған илебеҙҙе, телебеҙҙе һаҡларға һүҙ бирҙе.

Гүзәл Борханова