Һинд йыр-бейеүҙәрен үҙ эсенә алған концерт программаһынан тыш, майҙанда Көньяҡ Азия илдәре халыҡтарының кейемдәре, биҙәүес әйберҙәренән торған күргәҙмә эшләне. Йога, төрлө психологик тренингтар ойошторолдо.
Паркта һинд аш-һыуҙары ла тәҡдим ителде. Өфөлә белем алып, эшкә ҡалған йүнселдәр ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарын үҙҙәренең милли ризыҡтары менән һыйланы. Көньяҡ Азия илен Өфөгә алып килгән фестиваль быйыл өсөнсө тапҡыр ойошторолдо.