600 мең тонна сенаж һалынған, 108 мең тонна бесән әҙерләнгән. Саҡмағош, Дүртөйлө, Илеш хужалыҡтары был эште дәррәү алып бара, тип хәбәр итәләр Ауыл хужалығы министрлығынан. Бөгөнгә һәр малға ете центнерға яҡын аҙыҡ тупланған, план 25 процентҡа үтәлгән. Быйыл йәй 650 мең тонна бесән, миллион тонна силос һәм миллион тоннанан ашыу сенаж әҙерләү маҡсаты ҡуйылған.