Быйыл Башҡортостанда 8 мең ярым махсус хәрби операция яугирына медицина ярҙамы күрһәтелгән

Был турала беренсе вице-премьер Урал Килсенбаев белдерҙе. 300 яугир реабилитация курсы үткән. Был йүнәлештә төп эште Республика ветерандар госпитале алып бара. Учреждение заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. - Һәр яугир өсөн айырым дауалау планы әҙерләнә. Табиптар өсөн иң яҡшы һөҙөмтә - госпиталгә  коляска менән килтерелгән кешенең аяҡҡа баҫыуы, - тине  Урал Килсенбаев.