Башҡортостанда яңы йәмәғәт наградаһы булдырылды

  "Почетлы  ғаилә  ҡиммәттәре  һаҡсыһы"   күп балалар һәм  ейәндәр тәрбиәләгән  олатай  һәм өләсәйҙәргә  бирелә. Был турала  социаль селтәрҙә  Радий  Хәбиров  яҙа.  Башланғыс  менән Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙар берлеге сыҡҡан.  Йәмәғәт ойошмаһы  рәйесе, Иглин район хакимиәте башлығы  Гүзәл Насырова  әйтеүенсә,   ғаилә  институтын нығытыу, ғаилә  ҡиммәттәрен үҫтереү маҡсаты ҡуйыла.