Башҡортостан етәкселеге автомобиль яғыулығы етештереү күләмен арттырыу мәсьәләһен хәл итә

Башҡортостан етәкселеге автомобиль яғыулығы етештереү күләмен арттырыу мәсьәләһен хәл итә. Был турала хөкүмәттең аҙналыҡ оператив кәңәшмәһендә белдерҙеләр. Министрҙар кабинеты республикалағы башҡа көнүҙәк проблемалар-биләмәләрҙе төҙөкләндереү һәм сәләмәтлек мәсьәләләре кеүек халыҡты борсоған төп һорауҙар тураһында ла фекер алышты. Был йәһәттән көтөлгән үҙгәрештәр тураһында киләһе яҙмала.

Ишембай районының Верхотор ауылын хәҙер танырлыҡ та түгел. Тергеҙелгән тарих хәҙер туристар мәккәһенә әүреләсәк. Ошондай сағыу биләмәләр республика картаһында әленән әле барлыҡҡа килеп тора. Федераль проектҡа ярашлы ауыл һәм ҡала үҙәктәре төҙөкләндерелә.

Кисекмәҫтән хәл итеүҙе талап иткән мәсьәлә-яғыулыҡ етешмәүе. Хөкүмәт Премьер-министры әйтеүенсә, властар «Башнефть» компанияһы менән эске баҙарға етештерелгән бензин күләмен арттырыу тураһында һөйләшеүҙәр алып бара. Нефть эшкәртеү предприятиеһы былтыр ҙа етештереү күләмен 14 процентҡа арттырған. Ихтыяж артыуы төрлө сәбәптәргә бәйле.

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә туҡталып Андрей Назаров «Сәләмәтлек поезы» маршруттарын тағы ла киңерәк йәйелдереү кәрәклеген белдерҙе. Медицина десанты быйыл ғына төрлө райондарҙа 20 меңдән ашыу дауалауға мохтаж ауырыу асыҡлаған.

Андрей Назаров эшҡыуарлыҡ өлкәһенә лә әүҙемләшеү кәрәклеген белдерҙе. Йышыраҡ федераль проекттарҙа ҡатнашып дәүләт ярҙамы алыу үҫеш мөмкинлеге бирә. Етәкселек яғынан бизнесҡа ярҙам итеү өсөн берҙәм тәҙрә системаһы индереү ҙә мотлаҡ. Ярҙам алыу күпкә еңелләшәсәк. Сәнәғәтте үҫтереү фонды мәҫәлән былтыр ғына 5 миллиард һумлыҡ проекттарҙы финанслаған.