Йыл башынан республикала янғындан 115 кешенең ғүмере өҙөлгән. Уларҙың дүртәүһе-балалар. Ҡотҡарыусылар ут сығыуҙыү төп сәбәптәрен кешеләрҙең ут менән һаҡһыҙ эш итеүенә, электр приборҙары һәм мейес менән ҡулланыу ҡағиҙәләрен боҙоуға бәйләй Янғынды иҫкәртеү, халыҡ менән аралашыу маҡсатында инспекторҙар даими рейдтарға сыға. Был саралар барыһы ла фажиғәләргә юл ҡуймау маҡсатында башҡарыла. Теманың дауамы БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.
Көл -күмергә әүерелгән стеналар һәм емерелгән ҡыйыҡ. Күптән түгел генә был нигеҙҙә тормош ҡайнай, ә хәҙер усаҡ һүнгән. Йорт йыһаздары һәм техника ҡулланыуға яраҡһыҙ. Кисәге янғында кеше ғүмере лә өҙөлә. Утты беренсе булып йорттоң йәш хужаһы күреп ҡала.
Янғын сығып йорттар көл-күмергә әүерелмәһен, үлем осраҡтары булмаһын өсөн Өфө районының Булгаков ауылында янғынға ҡаршы рейдтар даими үҙғарыла. Ауыл биләмәһе башлығы, инспектор менән бергә көн һайын шәхси йорттар буйлап йөрөй. Яуаплы хеҙмәткәрҙәр иң беренсе булып күп балалы ғаиләгә бушлай янғынды иҫкәртеүсе ҡоролма һәм ут сыҡҡан осраҡта ниндәй һандарҙы йыйырға, үҙеңде нисек тотоу кәрәклеге хаҡында иҫкәрмә буклеттар тапшырҙы.
Артабан рейд шәхси секторҙа йәшәүсе өлкән быуын вәкилдәре йорттарында дауам итте. Анна менән Алексей Кобзевтар күптән инде хаҡлы ялда. Хужалар мунсала ремонт эшләгән, торбаларын, стеналарҙы, электр приборҙарын яңыртҡан. Мейес алдына тимер ҡалай түшәгән. Йорт эсендә лә электр приборҙары һәм линиялар тейешле тәртиптә тотола. Ғаиләгә янғын осрағын иҫкәртеү буйынса ике ҡорамал тапшырылды. Ә был йортта Зилә менән Сәлихйән Бәшәровтар ғүмер итә. Йорт хужаһы рейдта ҡатнашыусыларҙы ҡыуанып ҡаршыланы. Янғын иҫкәртеү ҡоролмаһы тапшырғандары өсөн рәхмәтен белдерҙе.
Булгаков ауылда яҡынса 5 меңдән ашыу кеше йәшәй. Халыҡ күп йәшәгән ерҙә, бәләкәй генә осҡондоң да күрше ҡоролмаларға тиҙ таралыу ихтималлығы көслө. Профилактик рейдтар бындай урындарҙы алдан асыҡларға ярҙам итә: иҫке электр үткәргес, туҙған ҡоролмалар янындағы участкалар, емерек мейестәр асыҡлана.
Республиканың әүҙем төҙөлөш барған һәм халыҡ күп йәшәгән ауылдарында янғынға ҡаршы рейдтар үткәреү һөҙөмтәле. Улар ҙур янғын сығыу хәүефен кәметергә ярҙам итә.
Гүзәл Борханова