Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең Халыҡ-ара студенттар кампусында «Мәктәп 21» мәғариф проектының һанлы йәйге практикаһы старт алды. Уҡыусылар бында бушлай ике аҙналыҡ курс үтә ала. Әйткәндәй, ошондай уҡ проект илдең тағы ла 15 төбәгендә тормошҡа ашырылған. Өфөләгеһе ғилми-белем биреү үҙәгендә урынлашыуы һәм генетиканы берләштереүе менән әһәмиәтле. Унда һанлы технологияларҙы яңы ғына үҙләштерә башлағандар ҙа, тәжрибәһе булғандар ҙа эләгә ала. Киләсәктә бында 5 меңдән ашыу йәш кеше белем алыр тип көтөлә. Проект уларға киң мөмкинлектәр аса. Сөнки илдең башҡа төбәктәрендәге мәктәптәр традицион инженерия буйынса махсуслашһа, Башҡортостандағыһы өр-яңы йүнәлеште үҙләштерә.