Республикала Рәсәй йәмәғәт палаталары советы президиумы ултырышы үтте

Республика бындай сараны тәүге тапҡыр ҡабул итте. Майҙансыҡтар Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Шишмә һәм Ишембай райондарында ойошторолдо. Фекер алышыуҙа илдең 9 субъектынан йәмәғәт палаталары, власть органдары, коммерцияға ҡарамаған сектор вәкилдәре һәм эксперттар ҡатнашты. Улар республиканың иҫтәлекле урындары, шул иҫәптән «Торатау» геопаркында булды. Йәмәғәтселәр мәғлүмәти янауҙарға ҡаршы тороу һәм балаларҙы деструктив контенттан яҡлау буйынса берҙәм алгоритм төҙөү мәсьәләһен күтәрҙе. Сөнки бөгөн тыйылған саралар менән генә етди маҡсаттарға ирешеү мөмкин түгел. Беренсе планға балаларҙы һәм ата-әсәләрҙе иҫкәртеү, уларҙың белемен арттырыу һәм һанлы грамоталылыҡты формалаштарыу бурысы ҡуйыла.