Башҡортостанға “Пушкин картаһы” буйынса алты йылда 2 миллиард 200 миллион һум аҡса йәлеп ителгән

Был турала Хөкүмәттә уҙған кәңәшмәлә белдерелде. Республика “Пушкин картаһы” программаһын тормошҡа ашырыу буйынса илдә 14-се һәм Волга буйы федераль округында 7-се урында килә. “Бюджет үтәлеше менән бәйле көсөргәнешле шарттарҙа мөмкин тиклем күберәк аҡса йәлеп итергә кәрәк. Беренсе ярты йыллыҡта 255 миллион һум килде, был 1 миллиард ярым һумлыҡ потенциалдың 17 проценты ғына. Аҡса мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡына һәм учреждениеларҙы үҫтереүгә йүнәлтелергә тейеш”, -тине Премьер-министр Андрей Назаров. Мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Фәнүр Шәйхисламов билдәләүенсә, йыл башынан карта менән 264 мең самаһы кеше ҡулланған. Программала 388 мәҙәниәт учреждениеһы ҡатнаша. Өфө, Стәрлетамаҡ һәм Салауат, Шулай уҡ Туймазы, Мәләүез һәм Бәләбәй райондары аҡса йәлеп итеү буйынса алдынғылар рәтендә.