Бөгөн "Башҡортостан геройҙары" кадрҙар программаһының уҡытыу курстары башлана

  Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм  ветерандар  иҡтисад буйынса белем  ала, идара итергә  өйрәнә.  Мәғариф  проектының тәүге этабы  Шишмә районындағы “Патриот” хәрби-патриотик парк базаһында ойошторола.  Ҡатнашыусылар заман талаптарына һәм шарттарына яраҡлаштырылған үҙидара компетенцияларын үҙләштерә. "Башҡортостан геройҙары" программаһы Радий  Хәбиров  башланғысы  менән ғәмәлгә  ашырыла. Ветерандар Республика  менән идара итеү эшенә  йәлеп ителә.