Рәсәйҙә хоккей көнө булдырылды

Президент  Владимир Путин ошо туралағы Указға ҡул ҡуйҙы.  Байрам йыл һайын 22 декабрҙә билдәләнәсәк. Документҡа ярашлы, дата хоккейҙы киңерәк танытыу маҡсатында билдәләнгән. Башҡортостанда ул популяр спорт төрө һанала. “Салауат Юлаев” - Гагарин Кубогын яулаған, илдә иң көслө командаларҙың береһе. “Ағиҙел”  ҡатын-ҡыҙҙар командаһы ете тапҡыр чемпионатта еңеү яуланы, алты тапҡыр ЖХЛ кубогына лайыҡ булды. “Толпар”  менән һәм “Торос” клубтары ла ил беренселектәрендә лайыҡлы сығыш яһай.