Өфөнөң 3-сө балалар стоматология поликлиникаһы һәм Благовещен үҙәк район дауаханаһының баш табиптары шелтәгә тарттырылды. Быға пластинка ҡуйыуға 1 йыл сират көткән бала һәм 95 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветеранын тикшереү менән бәйле проблемалар сәбәпсе булған. Дисциплинар яза — ул беренсе аҙым. Учреждениеларҙа етешһеҙлек төҙәтелмәһә һәм ялыуҙар ҡабатланһа, етәкселәрҙе эштән бушатыу ҡарала.