Республика ирекмәндәре Дондағы Ростов ҡалаһы госпиталдәренә ярҙам итте

Халыҡ  фронты вәкилдәре  ике аҙналыҡ  гуманитар  эшмәкәрлек алып барҙы.  Бер госпителдә торбалар өсөн траншея  ҡаҙылды,  биләмә  тәртипкә  килтерелде.  Икенсеһендә  ирекмәндәр биналарҙы  таҙартты,  50 инвалид коляскаһын ремонтланы.  Шулай  уҡ  гуманитар келәттәрҙә эш алып барылды.  Аҙыҡ-түлек  тупланмалары  әҙерләнде.