Башҡортостанда һыу баҫҡан ауылдарға гуманитар ярҙам алып барыла

Асҡын районындағы Өршәҙе, Сураш һәм Солтанбәк халҡы өсөн сираттағы йөк оҙатылды. Аҙыҡ-түлек, гигиена кәрәк-яраҡтары килтерелә, тип  хәбәр итәләр район хакимиәтенән. Пермь өлкәһендә быуа йырылыу сәбәпле, Асҡын районында ғәҙәттән тыш хәл булды. Ауылдарҙа 100-ҙән ашыу  йорт-ихата һыу  эсендә  ҡалды.  60-тан ашыу  кеше  хәүефһеҙ урынға  күсерелде.