Режиссер Айнур Асҡаров Башҡортостанда көйлө юл һыҙаттары булдырырға тәҡдим итә

Бындай трассанан рөхсәт ителгән тиҙлек менән үткәндә көй ишетелә.  М-12 трассаһында  рус халыҡ йыры "Калинка" уйнаған урын бар. - Башҡортостанға ғына түгел, һәр районға ингән урында көйлө һыҙаттар булдырырға мөмкин. "Тыуған яҡ", "Әпипә", ҡурай моңо һәм башҡалар. Был Башҡортостанды танытырға булышлыҡ  итәсәк, -  ти режиссер.