Башҡортостанда махсус хәрби операция ветерандарын эшкә урынлаштырыу кимәле 75 проценттан ашҡан

Бөгөн республикала 3 мең 35 кеше эшкә урынлаштырылған. Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров билдәләүенсә, республикала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына комплекслы ярҙам системаһы булдырылған. Бөгөн ул 99 ярҙам сараһын үҙ эсенә ала, шуларҙың 55-е төбәк кимәлендә тормошҡа ашырыла. Әле ҡала һәм райондарҙа 37 ярҙам итеү үҙәктәре эшләй. Тағы 29 муниципалитетта объекттар тамамланыу алдында. Хөкүмәт ултырышында уларҙы асыу өсөн эштәрҙе тиҙләтеү бурысы ҡуйылды.

Кәңәшмәлә «Пушкин картаһы» федераль программаһын тормошҡа ашырыу мәсьәләһе лә күтәрелде.

Бюджет үтәлеше менән көсөргәнешле хәл шарттарында мөмкин тиклем күберәк аҡса йәлеп итеү бурысы ҡуйыла. Беренсе ярты йыллыҡта республика 255 миллион һум самаһы аҡса эшләгән, әммә был 1,5 миллиард һумлыҡ потенциалдың 17 проценты ғына. Шуға ла муниципаль берәмектәргә «Пушкин картаһы»н шәхси контролгә алырға, уны рәсмләштереүселәр һанын арттырырға ҡушылды. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, программала 388 мәҙәниәт учреждениеһы ҡатнаша.