Башҡортостан балын Европа илдәренә экспортлау дауам итә

Башҡортостан тәбиғи бал экспортын арттыра. Йыл башынан ғына Башҡортостандан сит илдәргә 100 тоннанан ашыу татлы продукция оҙатылған. Күптән түгел 20 тонна күләмендәге сираттағы партия Сербияға ебәрелде. Агросәнәғәт комплексы продукцияһын экспортлауҙы арттырыу «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Татлы продукция етештереүҙә махсуслашҡан эре предприятиеларҙың береһендә ҡыҙыу осор-эштең тынғаны ла юҡ. Сөнки, заказдар күп. Баллы сувенирҙар тотош Рәсәй буйлап ҡына түгел, сит илдәргә лә йыш оҙатыла.

Предприятие етәкселеге әйтеүенсә, быйыл бал уңышы менән бик үк ҡыуандырмай. Йүкә ағасының ваҡытынан алда сәскә атыуы, көндәрҙең ямғырлы булыуы баль йыйыуға кире йоғонто яһаған. Республиканың ете районы умартасылары менән хеҙмәттәшлек иткән предприятиеның эш тәжрибәһе, башҡорт балы үҙенсәлекле тәме һәм юғары сифаты менән сит илдәрҙә лә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятыуын күрһәтә. Былтыр, мәҫәлән, республиканан сит илгә 104 тоннаға яҡын татлы ризыҡ оҙатылған, был 2024 йыл менән сағыштырғанда дүрт тапҡырға күберәк.

Республикала бер нисә компания балды экспортҡа оҙатыу менән шөғөлләнә. Улар татлы продукцияны төрлө йүнәлештә етештереүҙә махсуслашҡан. Йыл башынан Башҡортостандан сит илдәргә 100 тоннанан ашыу бал сығарылған. Татлы ризыҡтың 20 тоннанан күбеһе экспортланған. Беҙҙең бал сифаты менән айырыла.

Әлиә Ильясова, Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрының беренсе урынбаҫары

Әйткәндәй, күптән түгел Иорданияға урта рус бал ҡорттарының башҡорт популяцияһынан 200 күс оҙатылған. Ветеринария һәм фитосанитория күҙәтеүе федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, барлыҡ лаборатория тикшеренеүҙәре тулы күләмдә ойошторолған һәм импортер ил талаптарына яуап бирә.

Азат Ғәлиуллин