Башҡортостанда «Ауыл табибы» программаһы буйынса яңы белгестәр эшкә килә

Башҡортостанда уңышлы тормошҡа ашырылған «Ауыл табибы» программаһы сиктәрендә дауаханалар йәш кадрҙар менән тулылана. Былтыр район-ауыл учреждениеларына эшкә урынлашып, 250 белгес матди компенсация алған. Быйыл программаға 134 млн һум аҡса бүленгән һәм теләге булған һәр табип, фельдшер ауыл учреждениеларына эшкә килә ала. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Миһранова яҙмаһында.

Лиана Андреева Өфөлә табип һөнәрен үҙләштереп, ауыл еренә эшкә урынлашҡан. Ҡырмыҫҡалы районы поликлиникаһын һайлаған йәш белгескә «Ауыл табибы» программаһы буйынса матди ярҙам бүленгән. 1 млн һумлыҡ дәүләт ярҙамын ул торлаҡ һатып алыуға йүнәлткән.

«Ауыл табибы» программаһы йәш кадрҙарға ҡытлыҡты бөтөрөү һәм ауыл халҡына, айырыуса республиканың алыҫ райондарында медицина ярҙамының сифатын яҡшыртыу мөмкинлеге бирә. Йәш белгестәр булыуы пациенттар өсөн дә, медицина учреждениеһы өсөн дә ыңғай тәжрибә ти табиптар. Аҡ халатлыларға аҡсалата дәртләндереүҙән тыш, эшләү өсөн уңайлы шарттар ҙа булдырыла.

Былтыр республикала «Ауыл табибы» программаһына ярашлы 250-гә яҡын медицина хеҙмәткәре түләүҙәр алған. Быйыл районға ҡайтып эш башлағаны өсөн 125 табип, 33 фельдшерға компенсация ҡаралған. Бынан тыш, Өфөнән башҡа ҡалаларға эшкә юлланған медиктар өсөн «Ҡала табибы» программаһы ойошторола. Уға ярашлы, табиптарға 2 миллион һумлыҡ дәүләт ярҙамы ҡаралған.

Флорида Миһранова