Шишмә районында күп балалы әсә 11-се тапҡыр әсәлек бәхетен татыны

Шишмә районы Шөңгәккүл ауылында йәшәүсе Мария Викторовна Муслова 11-се тапҡыр әсәлек бәхетен татыны. Республика перинаталь үҙәгендә доньяға килгән сабый бөгөн әсәһе менән бөгөн дауахананан өйҙәренә оҙатылды. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.

Мария Викторовнаны ысын мәғәнәһендә герой-әсә тип әйтергә була. Биш ҡыҙ һәм алты малайҙың тәүге ауазын ишетеү бәхете һәр кемгә лә тәтемәй. 43 йәшендә 3 килограмм ярым ауырлыҡтағы, буйы 56 сантиметрлыҡ кинйә улы донъяға килә.

11 -се тапҡыр әсә булыу-үҙем һәм ғаиләм өсөн оло шатлыҡ. Сабыйымды тәүге тапҡыр күкрәгемә һалыу менән, ул шунда уҡ тынысланды. Һәр бала доньяға үҙ ризығы һәм яҙмышы менән килә. Кинйәкәйемде бәхетле яҙмыш көтһөн.

Мария Муслова

Бәләкәскә исемде тормош иптәше менән бергәләп һайлағандар. Бер туған ҡустыһы тыуыуына махсус хәрби операциялағы өлкән ағаһы айырыуса ҡыуанған. «Ямайка» ҡушаматлы яугир ғаиләләге кинйә ҡустыһынан 24 йәшкә өлкән. Яугирға бәләкәс туғаны тыуыуы хаҡында яңылыҡты иң беренсе булып әсәһе хәбәр итә.

Мария Викторовна ҡаһарман уландар үҫтергән батыр йөрәкле әсә. Уны башҡа йәштәргә өлгө итеп ҡуйыр инем. Ғаиләһенә татыулыҡ, әсәгә һәм балаға һаулыҡ теләйем. Константин бәхетле булып үҫһен.

Асҡар Еникеев, Республика перинаталь үҙәгенең бүлек мөдире

Тиҙерәк өйгә ҡайтырға теләйем. Балалар беҙҙе бик һағынған.

Мария Муслова

Мария Викторовна сабыйына мөхәббәт һәм наҙ тулы күҙҙәре менән баға. Бәхетле ата-әсәне алда шатлыҡлы мәшәҡәттәр көтә.

Гүзәл Борханова