Бөгөнгә Асҡын һәм Балаҡатай райондарында урынлашҡан 4 ауылдың 24 йорт яны биләмәһе һыу аҫтында ҡала. Уҙған тәүлектә 70-тән ашыу участканан һыу киткән. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көстәре һәм саралары, шулай уҡ урындағы йәшәүҙе тәьмин итеү хеҙмәттәре штат режимында эшләй. Белгестәр ташҡын мәлендә республика халҡын айырыуса һаҡ булырға саҡыра. Ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуған осраҡта шунда уҡ 101 йәки 112 номерҙарына шылтыратырға кәңәш ителә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан ауылдарының һыу аҫтында ҡалыуына 18 июлдә Пермь крайындағы дамба йырылыуы сәбәпсе булды