Һәр кемгә тыуып үҫкән йорто, дуҫтары менән уйнап үҫкән, тәүге мөхәббәт хистәре кисергән атайсалы ҡәҙерле. «Сәләмәт ауыл» конкурсына ярашлы Баймаҡ районы Ҡыуат ауылында «Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға» байрамы үтте. Төрлө яҡтарға таралышҡан гүзәл заттарҙы бергә йыйған сара хаҡында киләһе яҙмала.
Йәмле Һаҡмар буйында урынлашҡан Ҡыуат ауылында үткән байрамға ошогда тыуып-үҫеп, яҙмыш ҡушыуы буйынса төрлө яҡтарҙа йәшәгән ҡыҙҙар ҡайтты. Ауылға ингән урамдың тәүге йортонда Ҡыуаттың уңған гүзәл заттарының береһе Шәүрә Нурдәүләтова һәр кемде тәмле сәй, шифалы буҙа, һыйлы табын менән ҡаршы алды.
Сараны үткәреүҙең төп маҡсаты ауылдаштарҙы осраштырыу, нәҫел-нәсәпте барлау, быуындар бәйләнешен нығытыу, шәп байрам ойоштороу ғына түгел, ә ауылды төҙөкләндереү, уға яңы һулыш өрөү ҙә ине.
«Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға» байрамына килеүселәр Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булған яуғирҙарға ҡуйылған таҡтаташ ҡараны, иҫке мәктәп бинаһында бала-саҡ хәтирәләре менән уртаҡлашты, көйәнтәләп йәмле Һаҡмар буйына һыуға барҙы, йәшлек йылдарын иҫкә төшөрҙө, ауыл мәсетендә нәсихәттәр тыңланы, әрүәхтәр рухына доға ҡылынды.
Алыҫ араларҙы яҡынайтып ҡайтҡан ҡыҙҙар хозур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан «Ҡалтаташ»ҡа йыйылды. Рәсми өлөштә яҡты хәтирә ҡалдырырлыҡ байрамды ойоштороуға ҙур көс һалғандар тәбрикләнде. Ауылдың оҫтабикәләре иһә үҙҙәренең ҡул эштәренән күргәҙмә тәҡдим итте.
Бер осрашыу-үҙе бер ғүмер. Һәр кемде йәшлеккә алып ҡайтҡан «Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға» сараһында ауылдаштар аралашты, күңел асты, хәтирәләргә бирелде. Байрам майҙансығын осрашыуға ҡайтҡан һәләтле яҡташтарҙың концерт номерҙары ла биҙәне.
Рүзилә Ғүмәрова