Был турала Республика Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе. “Быйыл “Экологик именлек” милли проекты ярҙамында “Урман һаҡсыһы” системаһының камералар селтәре киңәйтелә. Әлеге ваҡытта видеомониторинг комплекстары Урал аръяғы райондарында, шулай уҡ ҙур ҡурсаулыҡ биләмәләрендә ҡуйылған. Система автомат режимында эшләй. "Аҡыллы" камера 25 километр алыҫлыҡта төтөндө күрә һәм диспетчерҙарға 200 метрлыҡ координаталы сигнал тапшыра ала. Система үҙенең һөҙөмтәлелеген иҫбатлаған да инде — 2021 йылдан алып уның ярҙамында 80 янғын асыҡланған. Технологик йыһазландырылыуға ҡарамаҫтан, граждандарҙың вайымһыҙлығы төп хәүеф булып ҡала. Миҙгел башынан республикала янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоуҙың 38 осрағы теркәлгән, улар 15 урман янғынына килтергән. Ҡағиҙә боҙоусылар өсөн штрафтар суммаһы ярты миллион һумдан ашып китә. Уяу булайыҡ, тәбиғәтте һаҡлайыҡ- урмандар һәм кешеләр хәүефһеҙлеге ошоға бәйле”-,тип яҙған социаль селтәрҙә Радий Хәбиров.