Башҡортостан йәштәрен Йылайырға “Za единство – Za берҙәмлек” фестиваленә саҡыралар

  Йәштәр сәйәсәте министры Вито Сабиров хәбәр итеүенсә,  4-6 августа “Дуҫлыҡ” лагерында уҙған сара бер нисә тематик йүнәлеште берләштерә: 14-35 йәштәгеләр “Йәшлек” форумына ҡатнаша,  Рәсәйҙең башҡа ҡалаларында уҡыған Башҡортостан студенттары “Бергә”  форумына ғариза бирә ала.  Фестивалдә шулай уҡ йәштәр өсөн туристик слеттар уҙғарыла, унда эшләүсе йәштәр, предприятиеларҙың йәш хеҙмәткәрҙәре, студенттар һәм “Беренселәр хәрәкәте” лидерҙары ҡатнаша. Сара ҡунаҡтары араһында мәҙәниәт, спорт, медиа һәм сәйәсәт өлкәһендәге билдәле эксперттар, шулай уҡ махсус хәрби операция геройҙары була. Фестивалдә йәштәр үҙҙәренең социаль проектын тормошҡа ашырыу өсөн 1 миллион һумға тиклем аҡса отоу мөмкинлегенә эйә.  Бының өсөн “Росмолодёжь.Гранты” майҙансығында 1 августҡа тиклем теркәлергә кәрәк.