Өфөлә Совет майҙанында хәрәкәт сикләнә

Баш ҡала хакимиәтенән белдереүҙәренсә, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтын тамамлаусыларға диплом тапшырыу тантанаһы була. Сараны әҙерләү һәм үткәргән мәлдә Совет майҙаны янныда автотранспорт хәрәкәтен сикләү ҡарала. 30 июлдә көндөҙ икенсе яртынан киске туғыҙынсы яртыға тиклем   һәм 1 августа иртәнге туғыҙынсы яртынан  көндөҙгө өсөнсө яртыға  тиклем Пушкин һәм Совет урамдарында айырым участкалар  ябыла. Был ваҡытта йәмәғәт транспорты маршруттарының хәрәкәт схемаһы үҙгәрә.